Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙарына Шайморатов ордендарын тапшырҙы

Башҡортостан башлығы оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция яугирҙарына Шайморатов ордендарын да тапшырҙы. Бүләкләнеүселәрҙең береһе беҙҙең элекке колллегабыҙ, журналист Павел Самойлин. «Ҡайтыр» ҡушаматлы яугир. Ул алғы һыҙыҡта 2023 йылдың ноябренән. Уның иҫән ҡалыу тарихы мөғжизәгә тиң. Яҡташыбыҙ 4 көн емереклектәр аҫтында ятҡандан һуң табыла. Әле ул Мәскәү госпиталендә ярты йыл дауалау курсы үтеп тыуған яғына ҡайтҡан. «Гранит» ҡушаматлы яугир мотоуҡсылар полкының штаб начальнигы, алғы һыҙыҡҡа юлланыуына декабрҙә ике йыл тула. Яугирҙар Республика етәкселегенә, халыҡҡа иғттибары, хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡаһарман яугирҙарға рәхмәт белдереп, уларҙы төбәк тормошона йәлеп итеү, эшкә урынлаштырыу бурысын ҡуйҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар республиканың патриоттары, уларҙың тәжрибәһен ҡулланыу мөһим, тине Радий Фәрит улы.