Халыҡ фронтының йәштәр ҡанаты ирекмәндәре гуманитар миссия менән эвакуацияланған халыҡҡа һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларға килә. Команда составында Лилиә Сәғиҙуллина ла була. Командировка ваҡытында ҡыҙ оҙаҡ күрмәгән атаһы менән осраша, ул өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Атаһының әлеге ваҡытта Курск йүнәлешендә булыуы тураһында ҡыҙ гуманитар миссияны ойоштороусыларға һөйләй. Халыҡ фронты Атайҙар көнө уңайынан Лилиәгә көтөлмәгән бүләк әҙерләй.