Ул 80 гектар майҙанда урынлашҡан егерменән ашыу бинаны үҙ эсенә аласаҡ. Инвестициялар күләме 6 миллиард һумдан ашыу. Объект әле 50 процентҡа әҙер, уны ваҡытынан алда төҙөп бөтөү планлаштырыла. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Иртәнге һауымдан һуң һыйырҙарҙың көндәлек графигы буйынса ашар мәле етте. Режимдың үтәлеүенә ҙур иғтибар бүленгән кеүек үк мал аҙығының составы ла ентекле тикшерелә. Витамин-минераль ҡатнашмаға бесән һалам, силос, сенаж, майлы культуралар төпрәһе ҡушыла. Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһында ике меңгә яҡын һауыН һыйыры аҫрала.
Фермала тик юғары һауыМ биреүсе голштин тоҡомло һыйырҙар аҫрала. Агросәнәғәт предприятиеһының төрлө ауылдарҙа алты бүлексәһе булыуға ҡарамаҫтан, бында уларға тар була башлаған. Шуға күрә заманса һөт комплексын төҙөргә ҡарар ителә.
Инвесторҙар һөт фермаларын булдырыу буйынса донъя тәжрибәһен иҫәпкә алып күләмле проектҡа тотона. Объект 80 гектар майҙанда урын аласаҡ. Барыһы ла уйлап эшләнелә. Мәҫәлән, биналар вентеляциға тоташтырылған. Был аҙбар эсендә микроклиматты яҡшыртырға, саф һауа индерегә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ иҙәндәге бетон өҫтөнә резина япма түшәләсәк.
Биләмәлә 20-нән ашыу бина ҡалҡып сығасаҡ. Төҙөлөш графиктан алда бара, төп корпустар әҙер тиерлек. Унда ноябрь ураталарынан быҙауҙарҙы индереү күҙаллана. Тулы ҡеүәттә иһә киләһе йыл эшләй башлаясаҡ. Комплекста йәмғеһе 11 меңдән ашыу эре мөгөҙлө мал аҫраласаҡ, уларҙың 3 мең ярымы һауын һыйырҙары.
Башҡортостандағы иң ҙур малсылыҡ комплексы республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә ингән. Инвестициялар күләме 6 миллиард һумдан ашыу. Яңы ферманың файҙаланыуға тапшырылыуы халыҡҡа эш урындары ла бирәсәк, ситтән йөрөп эшләүселәр өсөн ятаҡ төҙөлә.
Әлфинә Килдейәрова