Өфөнән Ғөмрәгә тура рейс менән. «Өфө» Халыҡ-ара аэропортынан бөгөн төндә кесе Хажға барыусылар изге сәфәргә юлланды. Бығаса республика халҡы Сәғүд Ғәрәбстанына илдең башҡа ҡалалары аша ғына бара ала ине. Хәҙер бындай мөмкинлекте Башҡортостандағы турист фирмаларының береһе тәҡдим итә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Салауат районынан Динә Ғәйнанова был көндө күптән көткән. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре тәүҙә бәләкәй һәм оло Хажға барыусыларҙы социаль селтәрҙәр аша күҙәтһә, бөгөн изге сәфәргә үҙе юллана.
Быға тиклем Башҡортостан халҡы Мәккә менән Мәҙинәгә Мәскәү, Ҡазан, Махачкала ҡалалары аша ғына йөрөһә, бөгөн был мөмкинлекте Өфөнән тик бер туристик фирма ғына тәҡдим итә. Изге эште коллегабыҙ, «Йома» тапшырыуы алып барыусыһы Сәлиә Мөхәмәтғәлина үҙе Ғөмрәгә барып ҡайтҡандан һуң, тыуған республикаһында тормошҡа ашырыуға өлгәшә.
Ғөмрә лә шулай уҡ сөннәт ғәмәле. Һуңғы йылдарҙа айырыуса республиканан кесе Хажға юлланыусылар һирәкләп булһа ла күренә. Әлеге яңылыҡ изге сәфәргә сығырға теләүселәрҙе тағы ла арттырасағына шик юҡ. Сөнки, тәүге төркөм һанаулы ваҡыт эсендә туплаған. Улар араһында йәштәр ҙә бар.
Изге сәфәргә сығыусылар Ғөмрәгә йылдар буйы әҙерләгән. Рухи, физик һәм матди яҡтан да нығынған. Сөнки, финанс мәсьәлә диндарҙар әйтеүенсә тик хәләл көс ярҙамында ғына тупланырға тейеш.
Өфөнән Ғөмрәгә тәүге самолет рейсында бөгөн республика район-ҡалаларынан 24 кеше юлландыуларҙың һәр береһенә туристик фирманың махсус бүләктәре тапшырылды. Сәфәрҙәгеләрҙе Мәҙинә һәм Мәккә ҡалалары буйлап тел, тарих, мәҙәниәтте белгән гид оҙатып йөрөйәсәк.
Азат Ғәлиуллин