Өфөлә Мостай Кәримдең 105 йыллыҡ юбилейына арналған байрам саралары дауам итә

Бөгөн халыҡ шағирының һөйкәленә әҙиптең ҡыҙы, дәүләт эшмәкәрҙәре, республика зыялылары сәскә һалды. Тантана ҡурай моңдары менән оҙатылды. Сарала Мостай Кәримдең шиғырҙары, уның лирик әҫәрҙәренә ижад ителгән йырҙар ҙа яңғыраны.

Бынан тыш, тантанала Мостай Кәримдең исемле стипендияһына лайыҡ булыусылар исеме билдәле булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, матди ярҙам Мостай Кәрим исемендәге фонд тарафынан Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының иң талантлы студенттарына тапшырыла һәм йәш ғалимдарҙы дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя.