Башҡортостанда илдә тәүгеләрҙән булып пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн мәғлүмәт йыйыла башланы. «ЛизаАлерт «эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре урман-ҡырҙарҙы, кеше шәүләләрен фотоға төшөрөп дрондың яһалма зиһененә индерә. Һуңынан нейроселтәр ошо мәғлүмәттәргә таянып тәбиғәттә кешеләрҙе билдәләй ала. Ялан ерҙә пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында юғалыусыларҙы асыҡлау 100 процент һөҙөмтә бирә. Кешене табыу менән дрон операторға координаталар ебәрә. Эҙәрмәндәргә иһә тәғәйен урынға барып кешене ҡотҡараһы ғына ҡала. Яһалма зиһен аҙашыусыларҙы табыу ваҡытын кәм тигәндә ике тапҡырға ҡыҫҡарта.