Республиканың клиник онкодиспансер белгестәре бөйөрҙә яман шеш тромбын алыуҙа яңы технология файҙалана башланы. Был республикала тәүге тәжрибә. Бығаса файҙаланылмаған яңы ысул хирург өсөн дә, пациентҡа ла уңайлы. Уның өҫтөнлөктәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһында.
Операция өҫтәлендә - пенсия йәшендәге ир. Диагноз - бөйөр яман шеше. Хирургтар алдында яман шеш тромбын алыу бурысы тора. Йәш күренһәләр ҙә, белгестәр тәжрибәле. Яңы техника менән эшләр өсөн улар махсус уҡыуҙар үткән.
Операция яңы ысул буйынса эшләнә. Пациенттың тәненә бәләкәй уйымдар уйыла, тән киҫелмәгәс, йөйҙәре лә ҡалмай. Операцияға үҙ сиратын Дәүләкәндән Мәрйәм Шәйхетдинова ла көтә. Онкодиспансерҙа ул икенсе тапҡыр.
Быға тиклем бөйөрҙәге яман шеш тромбын алыу тотош органды алып ташлау хәүефе менән янай. Ауырыу ҡанды ла күп кенә юғалтыуы ихтимал була. Хәҙер операция күпкә уңайлы үтә. Хирургтарҙың ҡулы - лапароскопта, ә күҙҙәре - видеокамерала.
Бынан һуң, яман шеш менән яфаланыусыларҙы дауалау сифаты тағы ла артты. Пациенттарҙың тергеҙелеү ваҡыты күпкә ҡыҫҡара, быға тиклем ошо операцияны үткәндәрҙә рецидив теркәлмәгән. Әйткәндәй, Республика клиник онкология диспансерының урология бүлеге Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе һанала.
Рәзилә Ғилметдинова