2023 йылда ошо тораҡ пункттар «Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип танылған. Был турала социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Баймаҡ бәйгелә икенсе тапҡыр иң яҡшылар исемлегенә инә. Быға тиклем ҡалала үҙәк майҙан төҙөкләндерелһә, хәҙер Салауат Юлаев исемендәге парк тәртипкә килтереләсәк.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бында фонтан менән аллея яңыртылып, бәүелсәктәр ҡуйылыр, балалар өсөн спорт майҙансығы булдырылыр, тип көтөлә. Ошондай уҡ уңайлыҡтар Ишембай районы Верхотор ауылындағы элекке баҡыр иретеү заводы эргәһендә барлыҡҡа киләсәк. Яңы майҙандар икенсе йылға асыласаҡ, тип вәғәҙәләне Башҡортостан башлығы. Ғөмүмән, республика Бөтә Рәсәй конкурсында алдынғылар исемлегендә. Һуңғы 5 йылда унда 34 проект еңеп сыҡҡан.