Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа юлланды. Егеттәрҙе оҙатыу тантанаһы Өфө арена спорт һарайы эргәһендәге майҙанда үтте.
Алғы һыҙыҡҡа юлланыусылар араһында махсус хәрби операцияға контракт төҙөп барғандар ҙа, мобилизация буйынса эләккәндәр ҙә бар. Егеттәрҙең кәйефе күтәренке, күбеһе ҡыҫҡа ваҡытлы ялға өсөнсө йәки дүртенсе тапҡыр ҡайтҡан. Отпуск мәлендә улар яҡындары менән осрашҡан, патриотик сараларҙа ҡатнашҡан, дауаланыу курсы үткән. Ялдан һуң яугирҙар хеҙмәттәштәренә күстәнәстәр, кәрәк яраҡтар алып бара. Алыҫ юлға уларҙы ғаиләләре, туғандары, дуҫтары оҙатып ҡалды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов яугирҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Республика етәкселеге һеҙҙең һәм ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәк, төбәктә 4 тиҫтәнән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған, тине Ирек Сәғитов. Егеттәр алыҫ юлға ла уңайлы автобустарҙа, ойошҡан рәүештә оҙатыла.