Радий Хәбиров Мәскәүҙә Владимир Якушев менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев менән осрашты.

Радий Хәбиров осрашыуҙа төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеге, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, ветерандарҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Республикала урындағы үҙидара органдарына һайлау һөҙөмтәләре буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 35 кеше мандат алған. Радий Хәбиров Владимир Якушевты Башҡортостанда 16 ноябрҙә үтәсәк төбәк бүлексәһе конференцияһына саҡырҙы. Был көндә Өфөлә «Рәсәй самбо өсөн» партия проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй форумы һәм спорт турниры ла уҙа.