Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә яугирҙар һәм уларҙың яҡындары реабилитация үтә ала

Махсус хәрби операция башланғандан алып, госпиталдә 700-ҙән ашыу ир-егеткә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Учреждениела физик яраларҙы дауалау, психологик ярҙам, магнит терапияһы, массаж, махсус күнекмәләр, сәләмәт туҡланыу һәм башҡа уңайлыҡтар ойошторолған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Был тренажер фитнес маҡсаттар өсөн ҡаралмаған. Заманса ҡоролма пациенттарҙы дауалау динамикаһын, организмдың көсөн, үҙгәрештәрҙе күрһәтә. Һуғыш ветерандары республика клиник дауаханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар реабилитация үтеп күп яҡлы ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.

ЛФК, магнит терапияһы, массаж, йөҙөү, сенсор бүлмәһе, тоҙ шахтаһы, процедуралар кабинеты һәм башҡа бүлмәләр яугирҙарҙың физик сәләмәтлеген нығытып, көс туплар өсөн ҡаралған. Әлбиттә, был эшкә психологтар ҙа ҡушыла. Алғы һыҙыҡтағы ватан һаҡсылары өсөн рухи ярҙам да мөһим.

Реабилитация ярҙамы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды менән берлектә алып барыла. Яугирҙар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү төбәктә өҫтөнлөклө маҡсаттарҙың береһе булып тора. Бышҡортостан башлығы Радий Хәбиров был йүнәлештәге эште шәхсән контролдә тота.

Һуңғы ике йыл эсендә Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә 700-һән ашыу яугир реабилитация үткән. Учреждение эшмәкәрлеге медицина ярҙамы күрһәтеү менән генә сикләнмәй,. Ватан һаҡсылары һәм уларҙың ғаиләләренә күңел йылыһы биреү бурысы ла ҡуйылған.

Флорида Ким