Баймаҡ районы халҡынан сираттағы ылау туплана

Көндәр һалҡынайыуҙы күҙ уңында тотоп «Һалдатҡа йылы ойоҡтар» акцияһы иғлан ителде. Шулай көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ‐түлек туплана. Ҡуянтау ауылында йәшәүсе Зәкиә Ғүмәрова ла бик сауаплы эш башҡара,ул һалдаттарға йоҡо ҡапсыҡтары тегә.

Зәкиә Ғүмәрова - бала сағынан тегеүгә оҫта булһа ла, Түбә фабрикаһында эшләгән осорҙа был һөнәрҙең бар нескәлектәренә төшөнә. Бөгөн хаҡлы ялдағы ханым ҡорама юрғандар, түшәктәр тегә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы кейәүе аша яугирҙәрҙә нимә кәрәклеген яҡшы белә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында уға ҡалын, йомшаҡ материалдан яҫтыҡ ‐ түшәк эшләй. Алып йөрөүгә бик уңайлы булғас һалдат иптәштәренә лә һорай.

Ирекмән Миңлегөл Ҡоланбаева һалдаттарға йоҡо ҡапсыҡтары тегергә ярҙам һорағас Зәкиә Ғүмәрова үтенесте кире ҡаҡмай. Бик ҡулайлы ғына итеп стандарттарға ярашлы ике ҡапсыҡ тегә.

Хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында йоҡо ҡапсыҡтары тегелеп оҙатыласаҡ. Оҫта ҡатын‐ҡыҙҙар һалдаттарҙың был махсус тоҡтарға мохтажлығын күҙ уңында тотоп, Баймаҡ ҡалаһының ирекмәндәр үҙәгендә оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк.