Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары Өфөлә инвалидтар өсөн шарттарҙы тикшерҙе

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары Өфөләге Көньяҡ автовокзалда инвалидтар өсөн шарттарҙы тикшерҙе. Махсус төркөмгә күреү һәләте насар булған һәм инвалид креслоһында хәрәкәт иткән палата ағзалары инде. Улар белдереүенсә, автовокзалда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн төп шарттар бар. Тик етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Иҙәндәге юл күрһәтеүсе плиткаларҙың таушалыуы, йәки бөтөнләй булмауы, бәҙрәфтә ҡул йыуғыстың түбән ҡуйылыуы һәм башҡалар. Төркөм ағзалары фекеренсә, автовокзалда һуҡыр йәки һаңғырау кешегә оҙатыусы кешеһеҙ, яңғыҙы хәрәкәт итеүе ҡатмарлы буласаҡ.

Бында мәғлүмәт таҡталары етмәй. Булғандары ла тейешле стандарттарға яуап бирмәй: үрелеп ҡарауы һәм уҡыуы уңайһыҙ. Инвалидтарға карта булып хеҙмәт иткән мнемосхема бөтөнләй юйылған. Унһыҙ автовокзалда йүнәлеш табыуы ауыр.

Олег Котов, Бөтә Рәсәй Инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Шул уҡ ваҡытта Көньяҡ автовокзалда инвалид креслоһында хәрәкәт итеүселәргә инеү өсөн айырым ҡапҡа ҡуйылған. Хеҙмәткәр саҡырыу өсөн төймә эшләй. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә айырым касса, йыһазландырылған бәҙрәф тә бар. Киләһе йылда автовокзалда ремонт эштәре көтөлә, инвалидтар өсөн уңайлыҡтар ҙа камиллаштырыласаҡ, тип белдерә автовокзал етәкселеге.