Интеллектуаль спорт төрө менән районда йәшәгән олоһо-кесеһе теләп шөғөлләәнә. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ауыл биләмәләре ветерандары араһында тәүге тапҡыр ойошторолған матч хаҡында киләһе яҙмала.
Спорт залына йыйылыусы ветерандар өсөн шахмат спорт уйыны ғына түгел, ә йәшәү мәғәнәһе. Рүзәл Ҡорбановҡа 90 йәш. Аҡһаҡал Бүребай ауыл моделле китапханаһының әүҙем уҡыусыһы , китап менән шахмат уны ғүмере буйы оҙата бара. Күп тапҡырҙар һөҙөмтәле уйнап еңеү яулай. Бөгөн дә йәнә бер партия уйнарға әҙер.
Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе ярты быуаттан ашыу шахмат уйнай. Бөгөнгө турнир аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән дә отошло. Мәрйәм Аҡыловаға шахмат уйынына һөйөү бала саҡтан һалынған. Хаҡлы ялда ул был шөғөлгә Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен дә өйрәтә. Тәжрибәле уйынсы фекеренсә, шахмат уйыны тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә, логиканы, хәтерҙе һәм иғтибарҙы үҫтерә.
Турнирҙы спорт мәктәбенең «Аҡ ладья» шахмат клубы менән райондың ветерандар советы ойошторҙо. Ярыштарҙа бөтәһе ветерандарҙың 9 командаһы ҡатнашты. Турнир йомғаҡтары буйынса, 1-се урынды Хәйбулла районы инвалидтар йәмғиәте яуланы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Аҡъяр ауыл биләмәһе командалары бүлеште.
Гүзәл Борханова