Башҡортостанда "Рекрут" акцияһы буйынса меңдән ашыу кешегә түләүҙәр булған

Был турала ДОСААФ-тың төбәк бүлексәһенән хәбәр итәләр. Акция шарттарына ярашлы, Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөргә булышлыҡ итеүселәргә 50 мең һум бирелә. Программа октябрь аҙағына тиклем дауам итә. Уға ҡағылышлы тулыраҡ мәғлүмәтте 122, йә 218-19-19 һандарына шылтыратып белешергә мөмкин. Башҡортостанда хәрби килешеү төҙөүселәргә түләүҙәр арттырылды.