Һуңғы аҙнала 28 меңгә яҡын кеше һалҡын тейҙереп һәм грипп менән ауырыған

Уларҙың 45 проценттан күберәге - балалар, - тип  хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән. Сентябрҙә гриптан прививкалау башланды. Бөгөнгә республикала һәр өсөнсө кеше вакцина алған. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Бөрө ҡалаларында, Тәтешле, Ҡыйғы һәм  Ҡариҙел райондарында халыҡ әүҙем.