Өфөлә ҡар һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы эштәргә әҙерләнәләр

Был көндәрҙә  урам-тротуарҙарҙы тәртиптә тотоусы предприятиеларҙы  тикшерәләр.  Боҙлауыҡҡа ҡаршы 15 мең тонна галит һәм 1 мең 300 тоннаға  яҡын бионорд әҙерләнгән. Ҡалала ике ҡар иретеү пункты бар. Улар Трамвай һәм Сәғит Агиш урамдарында урынлашҡан.  Икеһе лә  ҡышҡы миҙгелгә әҙер.