Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йылға аша автомобилдәр өсөн ваҡытлыса үтеү урыны төҙөлә. Иҫке күперҙә реконструкция 2026 йылдың ноябрендә тиклем тамамланырға тейеш. Бының өсөн миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған. Күперҙең оҙонлоғо - 238 метр.