Быйыл Башҡортостанда "Ауыл табибы" һәм "Ауыл фельдшеры" программалары буйынса 129 медицина хеҙмәткәренә түләүҙәр булған. Улар араһында 16 кеше - ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләүселәр. Фельшерҙарға 500 мең һумдан 750 мең һумға тиклем түләнгән. - Һаулыҡ һаҡлау системаһында төп бурыстарҙың береһе - халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыу. Программала ҡатнашыу ауылдарҙа эшләү өсөн яҡшы стимул, ти Республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина.