Башҡортостанда хәрбиҙәрҙең балалары тештәрен мобиль комплекстарҙа дауалай ала

Балалар стоматологияһы үҙәге һәм "Ватанды һаҡлаусылар" төбәк фонды араһында килешеү төҙөлдө. Мобиль комплекстар район һәм ҡалаларға сыға. Тәүге адреслы ярҙам Благовещен һәм Нуриман райондарында күрһәтелгән. Был килешеүҙең төп уңайлығы - фондтың республика төбәктәрендәге координаторҙары менән хеҙмәттәшлек. Улар һәр хәрби һәм уның ғаиләһе тураһында хәбәрҙәр, табиптарға  тейешле  мәғлүмәттәр  бирелә.