Бөгөн киске сәғәт 8-ҙә Өфөнөң Шаҡша күперендә транспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатыла. «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ул бер айға ябыла. Был осорҙа иретеп-йәбештереү һәм монтажлау эштәре башҡарыла.
Шулай уҡ күперҙә гидроизоляция эшләнә, ҡойма, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ, ямғыр һыуҙарын ағыҙыу канализацияһы һәм элемтә селтәрҙәре булдырыласаҡ, күпергә инеү урындарға асфальт түшәлә. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ай дауамында водителдәргә альтернатив юл варианттары тәҡдим ителә. Улар М-5 федераль трассаһы, Нуғай шоссеһы, Ырымбур тракты һәм түләүле Көнсығыш сығыу юлы. Бөгөндән «Князев» кисеүендә йылға паромы эшләй. Дим - Шаҡша маршруты буйынса ике яңы «Финист» йөрөйәсәк. Ҡала яны поездарының маршруттары оҙайтыла.