Өфөлә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте


Көн тәртибендә - янғынға ҡаршы әҙерлек. Башҡортостан Хөкүмәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм булдырмау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте.

Статистика буйынса тап ҡышҡы осорҙа ут сығыу һәм янғында һәләк булыу осраҡтары арта. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдары һәм мейесте файҙаланыуҙа ҡағиҙәләрҙе боҙоу күңелһеҙ осраҡтарға килтерә. Шуға күрә район-ҡалаларҙа халыҡты иҫкәртеү эшен көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса янғындарҙы кәметеү буйынса өҫтәмә саралар билдәләнде. Комиссия тарафынан йорт эсендә газ ҡорамалдарының техник торошо, уларҙы ҡарау һәм ремонт эштәрен ваҡытында башҡарыу мәсьәләһе лә ҡаралды.