Валентина Матвиенко Башҡортостандың «Рәсәй - спорт державаһы» форумын уңышлы үткәреүен билдәләне


Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова сенаторҙарға Өфөлә халыҡ-ара ҙур спорт сараһының лайыҡлы кимәлдә уҙыуы хаҡында һөйләне.

Форум сиктәрендә бокс турниры, ишкәкле слалом һәм фехтование ярыштары, баскетбол буйынса Рәсәй чемпионатының юғары лигаһы уйындары үтте. Бынан тыш, махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашлығында «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» өсөн ярышта юғары кимәлдә ойоштородо. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы форумдың үҙәк ваҡиғаһы булды. Уны дәүләт башлығы Владимир Путин үткәрҙе.