Бынан ары пациенттарға тиҙ ярҙам күрһәтеү тағы ла яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ буласаҡ. Эште һанлаштырыу мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеүҙе еңеләйтте. Системаның өҫтөнлөктәре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова таныштыра.
Театр - кейем элгестән, ә ашығыс ярҙамы оператив үҙәктән башлана. Пациенттарҙың мөрәжәғәттәрен тәү сиратта бындағы фельдшерҙар ҡабул итә һәм бригадаларға тапшыра. Тәүлегенә оператив үҙәккә 2 мең ярымдан ашыу шылтыратыу килә. Эпидемия ваҡытында улар ике тапҡырға арта. Шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеүсе ҡайһы саҡ психолог ролен дә үтәй.
Яңы программа ашығыс ярҙамды тағы ла камиллаштырҙы. Автоматлаштырылған система ярҙамында диспетчерҙарҙың ҡул эше кәмегән. Программа пациенттың геолокацияһын да билдәләй. Шул рәүешле диспетчерҙың бригадаға бөтә мәғлүмәтте тапшырыу ваҡыты алтынан ике минутҡа тиклем ҡыҫҡарған.
Оператив үҙәктән мәғлүмәт урындағы станцияларға ебәрелә. Бындағы фельдшерҙар саҡырыуҙы ҡабул итергә әҙер тора. Фельдшер Илнур Заһретдиновтың ун йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә. Сираттағы пациентҡа табип менән беҙ ҙә сығабыҙ. Саҡырыуҙың сәбәбе пенсия йәшендәге ханымда - йөрәк өйәнәге. Ауырыу тураһындағы мәғлүмәт табип планшетында күренә.
Диспетчер менән фельдшерҙарҙың берҙәм эшенән пациенттың һаулығы, ҡайһы саҡта ғүмере тора. Заман мөмкинлектәре белгестәрҙең эшен еңеләйтә. Йәмғеһе Өфөлә ашығыс ярҙамдың 7 станцияһы бар. Улар Өфө ҡалаһын һәм 13 районды хеҙмәтләндерә.
Рәзилә Ғилметдинова