Туймазы районы Ғафур ауылында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар таҙа һыу көтә


Эсер һыуҙы шишмәнән ташып йәки график буйынса таратылғанын көтөп ыҙалаған ауылдаштар мәсьәләне төрлө юлдар менән хәл итергә тырыша. Биш йыл элек республиканан финанс ярҙам юллап, дөйөм көс менән һәр йорттан ун мең һум аҡса йыйып проект та әҙерләгәндәр. Әммә идарасы компания эшен еренә еткереп башҡармау сәбәпле, йыйылған аҡса кире бюджетҡа ҡайтарылған. Ғафур халҡы тағы ла һыуһыҙ ҡалған. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ғафур ауылы халҡы өсөн һыу мәсьәләһе баш бәләһенә әйләнгән. Бензин еҫе аңҡып торған һыу әлбиттә, ҡулланыуға яраҡһыҙ. Һыуҙы шишмәнән һәм урамдағы ҡоҙоҡтан ташырға тура килә. Аҙнаһына өс тапҡыр килтерелгән эсер һыуҙы алыу һәр кемдең хәленән килмәй - өлкән йәштәгеләр йәки эштә булып ҡалған граждандар һыуһыҙ ҡала.

Биш йыл элек һыу проблемаһын хәл итеү өсөн республика бюджетынан аҡса бүленгән. Төҙөлөш проектын әҙерләү өсөн һәр йорт хужаһы ун мең һум аҡса йыйып тапшырған. Намыҫһыҙ подрядсы ойошма эште еренә еткермәгән һәм бөтә аҡсалар республика бюджетына ҡайтарылған. Төҙөүселәр ихаталарға ҡоҙоҡ ҡаҙыған, торба һуҙған, әммә йорттарға тоташтырылмаған. Был мәғлүмәтте район хакимиәте вәкилдәре иҫбатлай, әммә аҡсаларҙы кире ҡайтарыу мөмкин түгел.

Туймазы районы хакимиәте ағзалары, Ғафур ауылына һыу үткәреү мәсьәләһе республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының адреслы инвестиция проекты исемелегенә индерелгән тип белдерҙе. Әммә ауыл халҡы ҡасан таҙа һыулы булып ҡыуаныр тигән һорау әлегә асыҡ ҡала.

Флорида Ким