Һәр көндө изге эш менән. Рәсәй балалар фонды Өфөнән Рената Насированың хыялын тормошҡа ашырҙы. Әбйәлил районы эшҡыуары ярҙамы менән балалар церебраль фалижы менән яфаланған ҡыҙға монитор бүләк ителде.
Әле Рената терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған уҡыусылар өсөн 13-сө коррекция мәктәп-интернатта белем ала. Ҡыҙҙың энергияһы ташып тора, был уның ата-әсәһенә өҫтәмә көс бирә. Күптән түгел бала тағы ла яҡшыраҡ уҡыу һәм донъяның бар матурлығын танып-белеү өсөн монитор кәрәкләге тураһында әйтә. Әлбиттә, был көтөлмәгән сығымдар талап итә, шуға ла ғаилә Рәсәй балалар фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итә. Яуап оҙаҡ көттөрмәй, төҙөлөш менән булышҡан Айтуған Фәттәхов ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашыра. Әбйәлил районы эшҡыуары әйтеүенсә, бөгөн күптәрҙең мохтаждарға ярҙам итеп, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Шуға ла ул үҙ миҫалында башҡа йүнселдәргә оло үрнәк күрһәтә.
Ә бының өсөн тейешле шарттар булдырыу мөһим. Ошо йәһәттән бүләккә монитор алыу ҙа баламдың оло хыялын бер аҙымға ғына булһа ла яҡынайта. Беҙҙең ғаиләгә изгелек күрһәтеүселәргә рәхмәт белдерәбеҙ.