Тауыш биреү бөгөн Өфөлә уҙған 9-сы съезда үтте. Пленумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе үҙ сығышында төбәк дини конфесссияларының татыу һәм берҙәм эшмәкәрлек алып барыуын билдәләне. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ йәмғиәттең рухи яҡтан таҙарыныуына булышлыҡ итә, тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан диниә назаратының эш һөҙөмтәләре һәм алда торған маҡсаттар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Төҙөлгән һәм теркәлгән мәсеттәр артыуы, дини белем биреүҙе көйләү, хаж сәфәрҙәрен ойоштороу, махсус хәрби операцияға, Фәләстанға гуманитар ылауҙар туплау, финанс һәм хоҡуҡи проблемаларҙы хәл итеү. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты һуңғы йылдарҙа яңы һулыш кисерә. Башҡортостан башлығы ла дини учреждениеның эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Радий Хәбиров дин әһелдәренә дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Сибайҙың «Тәҡүә» мәсете имам-хатибы Әғләметдин Ғәзизов та бар. 5 йыл элек Айнур Бирғәлин эш башлағанда Диниә назаратының хәле мөшкөл ине, әле эш йәнләнде, ти ул.
Съезға делегаттар республиканың төрлө төбәктәренән килгән. Диниә назараты мәсет-мәхәлләләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, беҙҙең төп бурыс традицион ислам тәғлмәттәрен аңлатыу, йәштәрҙе экстремистик ағымдарға ҡушылыуҙан һаҡлау, ти улар.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа назаратта ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. 5 йыл элек дини учреждениеның 100 миллион һумға яҡын бурысы булһа, әле финанс проблема тулыһынса хәл ителгән. Хажға барам тип мутлашыусылар ҡулына эләккәндәргә Мәккәгә сәфәр ойошторолған, Сәғүд Ғәрәбстанына Өфөнән тура рейс асылған. Шулай уҡ Ислам банктары асыу, хәләл продукция етештереү яйға һалынған. Съезда ҡатнашыусылар Назараттың 5 йыллыҡ эшмәкәрлеген юғары баһалап, киләһе срокка ла 100 процент тауыш менән Айнур Бирғәлинды һайланы.
Диниә назараты эште ошо йүнәлеш тә дауам итергә ниәтләй. Төп бурыстарҙың береһе булып «Әр-рәхим» мәсетен төҙөп бөтөү тора. иман йортон мотлаҡ файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Был мәсет Өфөнөң биҙәге буласаҡ, тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Рәмзиә Кәримова