«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ул бер айға ябылды. Был осорҙа иретеп-йәбештереү һәм монтажлау эштәре башҡарыла. Шулай уҡ күперҙә гидроизоляция эшләнә, ҡойма, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ, ямғыр һыуҙарын ағыҙыу канализацияһы һәм элемтә селтәрҙәре булдырыласаҡ, күпергә инеү урындарға асфальт түшәлә.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы водителдәргә альтернатив юл варианттары тәҡдим итте. Рулдәгеләр М-5 федераль трассаһы, Нуғай шоссеһы, Ырымбур тракты һәм түләүле Көнсығыш сығыу юлы буйлап йөрөй аласаҡ. Шулай уҡ «Князев» кисеүендә йылға паромы ла хеҙмәтләндерә. Ул иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем эшләй, әммә дежур ашығыс машиналар өсөн ул тәүлек әйләнәһенә ҡулланыла. Бынан тыш, теләүселәр электричка менән файҙалана ала.
Шашҡа күперенең ябылыуы халыҡҡа өҫтәмә мәшәҡәт һәм өҫтәмә сығымдар ҙа тыуҙырҙы. Мәҫәлән, бөгөн иртән популяр такси агрегаторҙарының береһендә Шаҡшанан Черниковкаға юл хаҡы 1 мең 700 һумға тиклем күтәрелгән. Бынан тыш, баш ҡаланың күп кенә урамдарында юл тығындары 7 балға еткән. Быға водителдәрҙең альтернатив маршуттар менән файҙаланыуы һәм һауа торошо ла булышлыҡ иткән. Белгестәр яҡын көндәрҙә мәктәп уҡыусыларының көҙгө каникулы башланыу менән тығындар бер аҙ кәмер тип күҙаллай.