Башҡортостанда мутлашыуҙың яңы ысулы теркәлгән


Улар граждандар йәшәгән йорттарға килеп үҙҙәрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре тип таныштыра һәм бер-нисә тапҡырға ҡиммәт хаҡҡа автономлы янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын һатып алырға күндерә. Ысынында иһә, янғын осрағын иҫкәртеү ҡоролмаһын электроника магазиндарында һәм интернет селтәрендә яҡынса 500 һумға һатып алырға мөмкин. Бынан тыш, республикала социаль ярҙам программаһы ла уңышлы эшләй. 15 льготалы категория граждандарға янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы бушлай тапшырыла.


Граждандар иғтибарына! Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өй беренсә йөрөмәй һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡорамалдары, янғын һүндереү сараларын һатыу менән шөғөлләнмәй. Уяу һәм иғтибарлы булығыҙ!

Алик Шәрәфетдинов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе