Башҡортостанға эш сәфәре сиктәрендә Рәсәй оборона министры урынбаҫары - статс-секретарь, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева килде. Ул республикалағы филиал эшмәкәрлеге менән танышты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән берлектә улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән аралашты, алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәтеүсе ир-егеттәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
«Өфө» ҡушаматлы яугир махсус хәрби операцияла ҡаты яраланып тыуған еренә ҡайтҡан. Алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә ярҙам итеү өсөн ул Илеш районында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында социаль координатор булып эшләй башлаған. Тәжрибәле хәрби яугирҙарға юридик һәм медицина ярҙамы алырға, ветеран таныҡлығы юлларға һәм башҡа социаль гарантиялар алырға булышлыҡ итә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева фонд эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Улар ҡаһарман ир-егеттәр менән аралашып , дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Зыян күргән яугирҙарҙы сифатлы протездар, инвалидтар өсөн коляскалар, ҡул менән идара ителгән автомобилдәр менән тәьмин итеү һорауҙары фонд эшмәкәрлегенең ҙур өлөшөн алып тора. Шулай уҡ ветерандарҙың торлағын «аҡыллы йорт» системаһы буйынса йыһазландырыу тәжрибәһе лә ғәмәлгә ашырыла.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашып яраланған ветеранға ҡул менән идара ителгән «Лада гранта» автомобиле бүләк ителде. Аяҡтары зыян күргән яугирҙар өсөн ошондай машиналар йыйыла башлаясаҡ.
Фонд ҡатнашлығында бөтәһе 64 мең һорау ыңғай хәл ителгән. Яугирҙарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының мөрәжәғәттәрен хәл итеү өсөн төрлө ведомство-министрлыҡ етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары йәлеп ителә.
Махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыу барышында Ватан һаҡсылары өсөн ҡаралған реабилитация саралары, ир-егеттәргә эшкә урынлашыу, көндәлек мәшәҡәттәр менән ярҙам итеү һәм башҡа һорауҙар иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Ил һаҡсыларын, хәрби бәрелештәрҙә зыян күргән ир-егеттәрҙе «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса хеҙмәтләндереп уларҙың артабанғы яҙмышы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсаттары ҡаралды.
Флорида Ким