Башҡортостан хәрбиҙәре һәм Курск өлкәһе халҡы өсөн адреслы ярҙам. Бөгөн Өфөнән 136-сы гуманитар конвой юлға сыҡты. Уның составында - 25 берәмек техника, шулай уҡ ағас материалдар, пилотһыҙ осоу аппараттары, генераторҙар, радиоэлектрон көрәш саралары, янғын һүндереүсе ҡорамалдар, кейем, автомобилдәр өсөн запас частар, рюкзактар, аҙыҡ-түлек һәм яугирҙарҙың туғандарынан посылкалар. Алыҫ сәфәргә юлланыр алдынан Радий Хәбиров һәм Рәсәй оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева йөктө тәғәйенләнгән урынға алып барыусы водителдәр менән аралашты, уларға рәхмәт белдереп, хәйерле юл теләне.
Гуманитар ылау дәүләт власы органдары, Башҡортостандың ете муниципалитеты хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары һәм республика халҡы ҡатнашлығында тупланған. Ярҙам йыйыу шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы базаһында ойошторолдо.