Радий Хәбиров Һәм Светлана Чупшева инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса эксперт сессияһында ҡатнашты


Башҡортостандың Ҡытай һәм Һиндостан баҙарына сығыу мөмкинлектәре юғары. Был турала Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева республикала инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса стратегик сессия ултырышында белдерҙе.

Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда ҡулланыусылар секторында һорау менән файҙаланған аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, ювелир изделиелар һәм башҡа брендтар бик күп. Улар менән донъя кимәлендә сауҙа итеү өсөн механизмдар талап ителә. Стратегик сессия ултырышында тап ошо мәсьәләләр өйрәнелә лә инде.

Республика министрлыҡтары вәкилдәре бизнес даирәһе менән берлектә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешен тотҡарлаған мәсьәләләрҙе барлай. Уны хәл итеү, донъя баҙарына сығыу юлдарын билдәләй. Әле Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының милли рейтингында өсөнсө урын биләй. Светлана Чупшева әйтеүенсә, Башҡортостандың артабан да күрһәткестәрҙе арттырыу мөмкинлеге бар.