2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип иғлан ителә. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумының пленар ултырышында хәбәр итте. Яҡын арала был туралағы Указға ҡул ҡуйыла. Ҡарарҙы ҡабул иткәндә, яугирҙар һәм генерал-майор Шайморатов ордены кавалерҙары мөрәжәғәттәре иҫәпкә алынған. Форумға килгәндә, республикала ул 2022 йылдан алып йыл да уҙғарыла. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Башҡортостанда реабилитация техник саралары һәм ҡорамалдар етештереүселәргә комплекслы ярҙам буйынса төбәк программаһы эшләй. Ун ике компания субсидия алып, производство ҡеүәттәрен арттырған, эшмәкәрлегенә яңы технологиялар индергән. Әйтәйек, Өфөләге предприятиеларҙың береһендә протездарҙан тыш, тиҙҙән силикондан яһалған бармаҡ-ҡулдар ҙа сығарыла башлай.
Дауалау-реабилитация ҡорамалдары, инвалид коляскалары, махсус аяҡ кейемдәре - «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһендә илдең төрлө төбәктәрендә етештерелгән продукция тәҡдим ителә. Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, шул иҫәптән махсус хәрби операция ветерандары күләмле сараның мөһимлеген билдәләй.
Форумда реабилитация һәм абилитация сараларын етештергән илленән ашыу предприятие ҡатнаша, махсус тренажерҙар айырыуса иғтибар менән файҙаланыла. Әйтәйек, вертикализатор церебраль фалиждан яфаланған балалар өсөн тәғәйенләнгән, мускулдар ныҡлығы умыртҡа һөйәге өсөн мөһим. Урында уҡ махсус ҡоролма менән эш итеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарыла.
Махсус хәрби операция һәм санкциялар баҫымы шарттарында реабилитация индустрияһын үҫтереү - илдә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Продукцияға дефицитты ҡапларға кәрәк. «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолған пленар ултырышта тармаҡҡа бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралып, Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында башҡарылған эштәр барланды.
Рәсми ҡунаҡтар форум сиктәрендә ойошторолған экспозициялар менән танышты. «Башҡортостандың ышаныслы тылы» һәм «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» ирекмәндәр ойошмалары ла алғы һыҙыҡҡа әҙерләнгән продукцияһын күрһәтте. Әйткәндәй, 2025 йыл республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип иғлан ителә. Яҡын арала был турала Указға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуясаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина