Радий Хәбиров Рәсәй оборона министры урынбаҫары - статс секретарь, «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Унда махсус хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләре һәм һәләк булғандарҙың туғандарына ярҙам күрһәтеү мәсьәләре ҡаралды.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, был йәһәттән эш алып барыу республикала өҫтөнлөклө. Республиканың барлыҡ идара итеү командаһы ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә көйләнгән. Башҡортостанда хәрбиҙәрҙе комплекслы реабилитациялауҙы үҫтереүгә айырыуса етди ҡараш.
«Ватан һаҡсылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева Башҡортостандың төрлө ҡалаларҙа хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтеү үҙәктәренең асыу тәжрибәһен хупланы.