«Убырлы ҡарсыҡ» хәүеф тыуҙырып өлгөрмәй. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының зенит-ракета батареяһы яугирҙары яңы өлгөләге дошман гексакоптерын бәреп төшөргән. Ул дүрт ташлау механизмы менән йыһазландырылған булған. Уның шулай уҡ ҙур күләмле аккумуляторы һәм ҙурайтылған винттары барлығы асыҡланған. Был дронға йырағыраҡ осоу мөмкинлеге биргән, өҫтәүенә күберәк боезаряд ташый алған. Шуға ла яугирҙар үҙ-ара был ҡоролманы «осоусы үлем» тип атай. Хәҙер яҡташтарыбыҙ атып төшөрөләгән экземплярҙы ентекле өйрәнеү менән шөғөлләнә.