Башҡортостанда сентябрь айында 11 миллиард һумлыҡ ипотека бирелгән

Беҙҙең республика был күрһәткес буйынса алдынғылар рәтендә, - ил төбәктәре араһында 6-сы урынға ҡуйылған. Уҙған айҙа Башҡортостанда 3 меңгә яҡын торлаҡ килешеүе төҙөлгән. Уртаса сумма 3 миллион 710 мең һум булған. Август айы менән сағыштырғанда ипотека 15 процентҡа аҙыраҡ бирелгән, тигән мәғлүмәттәр бирәләр Берләштерелгән кредит бюроһынан.