«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәттә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге яңы башланғыстар ҡаралды


Бөгөн Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда сәнәғәттә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге яңы башланғыстар ҡаралды. Шуларҙың береһе Октябрьскийҙа бәләкәй диаметрлы һалҡын деформацияланған йөйһөҙ торбалар етештереү. Проект Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы ярҙамында әҙерләнгән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 311 миллион һум. Яңы предприятиены файҙаланыуға тапшырыу 30 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Инвесторға дәүләт тарафынан төрлө ярҙам саралары күрһәтеләсәк.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфөлә төҙөлөш арматураһын етештерәсәк производство комплексы проекты тикшерелде. Бында йылына 60 мең тонна продукция сығарыу күҙаллана. Инвестиция күләме 2 миллиард 700 миллион һумға баһалана. Ярҙам саралары сифатында проект һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус ала. Бынан тыш, предприятиеға ер участкаһын ҡуртымға алыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.