«Ел тыуҙырған музыка» тип исемләнгән концерт программаһы менән улар илдең 11 төбәгендә сығыш яһарға иҫәп тота. Рәсәй мәҙәниәт министрлығының «Росконцерт» федераль программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған гастролдәр беренсе тапҡыр Яр Саллы һәм Йошкар-Ола ҡалаларында ла үтте. Концерт һуңынан да тамашасылар таралашырға ашыҡманы. Ҡурай моңдарына һыуһаған милләттәштәребеҙ музыканттарҙан ҡабат милли музыка ҡоралында уйнауҙарын һораны, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.