Өфөлә төбәк һәм муниципаль йәмәғәт советтары осрашыуы үтте


Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының тәжрибәһен башҡа төбәктәргә лә таратыу мөһим. Был турала Өфөлә үткән төбәк һәм муниципаль йәмәғәт советтары осрашыуында хәбәр ителде.

Түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары Александр Терневцов ҡатнашты. Мәскәү ҡунағы Өфөгә эш сәфәре менән юҡҡа ғына килмәгән. Уның һүҙҙәренсә, илебеҙҙә эшләп килгән йәмәғәт советтары буйынса ҙур тикшеренеү үткәрелгән һәм махсус доклад әҙерләнгән. Эш барышында һәр төбәктең йәмәғәт советтары эшмәкәрлеге, норматив-хоҡуҡи акттар, 200-ҙән ашыу сайт ҡаралған. Башҡортостан тәжрибәһе башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда иң яҡшыларҙың береһе тип табылған.


Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы - иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе. Улар беҙгә үҙ эшмәкәрлеге тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Был турала махсус докладта айырым әйтеп үтәсәкбеҙ. Ә инде докладтың үҙен презентациялау тап Өфөлә үтеүенә беҙ бик шатбыҙ.

Александр Терновцов, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының закон проекттары һәм башҡа норматив акттар буйынса ижтимағи экспертизаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары

Түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй Йәмәғәт платаһы тарафынан әҙерләнгән махсус докладтың презентацияһы үтте. Киң йәмәғәтеслеккә ул ноябрь башында Мәскәүҙә уҙасаҡ форумда тәҡдим ителә.