Өфөлә тәүге тапҡыр «Бөтә Рәсәй йәрминкәһе» эшләне


Спорт Һарайы алдындағы майҙанда ойошторолған сауҙа рәттәренең маҡсаты - фольклор элементттары менән йәрминкә форматын үҫтереү һәм Рәсәйҙә етештерелгән тауарҙары һатып алыусыларға еткереү. Сауҙа майҙансыҡтарында халыҡ башҡорт, рус, сыуаш һәм башҡа халыҡтарҙың йырҙары оҙатыуында үебеҙҙең йүнселдәрҙән сифатлы аҙыҡ-түлек, оҫталарҙан ағас изделиелары, быйма-шәлдәр һатып алды. Йәрминкә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем дауам итте.