Республиканан бер төркөм яугирҙар отпусктан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды


Ҡыҫҡа ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар отпусктан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға власть вәкилдәре, комиссариат хеҙмәткәрҙәре, яҡындары йыйылды.

Мобилизацияланған яугирҙар хеҙмәт иткән подразделение урынлашҡан ергә тиклем уңайлы автобустарҙа бара. Был ике аҙна тормоштоң иң сағыу мәле, ти яҡташтарыбыҙ. Ялды улар башлыса өйҙәрендә, һағынып көтөп торған ғаиләһе янында үткәргән.


Был отпуск иң бәхетле мәлдәрем булды. Эштән ял алғанда ундай ҡәнәғәтлек кисермәй инем. Ләкин кире алғы һыҙыҡҡа барырға кәрәк. Балаларыбыҙға, яҡындарыбыҙға ошондай бәхетле мәлдәр яулар өсөн. Еңеү менән ҡайтырыбыҙға ышанам.

«Метис» ҡушаматлы яугир