Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте магазины яңы авторҙарҙың йыйынтыҡтары менән тулылана


Өфөнән Әлиә Шар декрет ялында балалар өсөн әҫәрҙәр яҙа башлап, үҙ уҡыусыларын тапҡан. Яңыраҡ ҡына «Софи һәм Мур ҡушаматлы бесәй балаһы» әкиәте айырым әҙәби-художество баҫма булып донъя күргән. Автор балалар әҙәбиәтенән тыш, мөхәббәт романдары, фантастика жанрҙарында ла уңышлы эшләй, шиғырҙар, йырҙар яҙа.


Әкиәтте яҡынса бер сәғәт эсендә яҙҙым, күләме буйынса ҙур түгел, еңел уҡыла, аңлайышлы. Төрлө йәштәге балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам, ул дуҫлыҡ, мөхәббәт төшөнсәләрен күтәреп сыға.

Әлиә Шар, йыйынтыҡ авторы

Яңы йыйынтыҡ рәссам-педагог Раушаниә Лоҡманованың сағыу һүрәттәре менән байытылған. Китап авторы менән ул артабан да берҙәм ижади проекттар өҫтөндә эшләргә иҫәп тота. Кескәйҙәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡаралған.


Кескәйҙәр менән эшләргә яратам, шуға һүрәттәргә бар күңелемде һалдым. Әкиәтте уҡығанда, балаларҙың фантазияһы, фекерләү ҡеүәһе артһын тип тырыштым. Әҫәр тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырыр тип ышанам.

Раушаниә Лоҡманова, рәссам-педагог