Колоннаны район хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев оҙатып барған. Бүздәктәр маскировка селтәре бәйләгән, блиндаж шәмдәре яһаған, туҡмас, быҡтырылған ит әҙерләп ебәргән. "Егеттәр яҡшы кәйефтә, бергә булырға тырышалар. Улар менән киләһе гуманитар ярҙамды әҙерләү буйынса һөйләштек. Һалдаттарыбыҙ район халҡына рәхмәт белдерҙе", - тип яҙған Илнур Иғдиев.