Радий Хәбиров Өфө районындағы күп функциялы юл яны комплексында булды

“Ирбис-РБ” яғыулыҡ компанияһы төҙөгән обьектҡа 250 миллион һумлыҡ инвестиция йүнәлтелгән, 30 эш урыны булдырылған. Ғәҙәти яғыулыҡ төрҙәренән тыш, электромобилдәр өсөн зарядка алыу ҡоролмалары ҡуйылған. Шулай уҡ комплекста кафе, магазин, балалар өсөн уйын майҙансығы, ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе , водителдәр һәм пассажирҙар өсөн ял комнатаһы бар, ҡунаҡхана төҙөү планлаштырыла. Компания Өфө һәм Өфө районында тағы 10 яғыулыҡ ҡойоу станцияһы һәм күп функциялы юл яны комплекстары төҙөргә ниәтләй. “Программа үҙ маҡсаттарына иреште. Өс йыл эсендә 900-ҙән ашыу обьект төҙөлдө, 10 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителде. Юл яны сервисы- иҡтисадтың мөһим өлөшө, бында кешеләр аҡса эшләй, һалым да түләй. Шуның өсөн был программаны 2030 йылға тиклем яңыртыу буйынса эшләүҙе ҡарар иттек”,-  тине Радий Хәбиров.