Өфөлә этнотуризм буйынса дүртенсе халыҡ-ара форум асылды

Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән туристик тармаҡ вәкилдәре ҡатнашҡан сара барышында «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһы финалы үтә. Премия туристик маршруттар һәм экскурсия программаларын булдырыу һәм үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелә торған тармаҡ наградаһы. Форум 29 октябргә тиклем дауам итә. Пленар сессия һәм түңәрәк өҫтәлдәр уҙа. Туриндустрия тармағының иң яҡшы эксперттары, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән компаниялар хеҙмәткәрҙәре сығыш яһай. «Халыҡ-художество кәсептәре «күргәҙмәһендә һөнәрселәр төрлө милли тауарҙар тәҡдим итә.