«Өфө» футбол клубы еңеүһеҙ 5 уйындан торған серияны өҙҙө


Евгений Харлачев тәрбиәләнеүселәре Беренсе лиганың 16-сы турында Волгоградтың «Ротор» командаһын ҡабул итте. Осрашыуҙың яҙмышы һуңғы минуттарҙа ғына хәл ителде. Иң тәүҙә Андрей Анисимов иҫәпте асты, күп тә үтмәй Владислав Ложкин дәғүәселәр ҡапҡаһына икенсе тупты индерҙе.

Шулай итеп уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына 2-0 иҫәбе менән тамамланды. Уйындан һуң баш тренер еңеүҙе «лайыҡлы», ә өфөләр башҡарыуында футболды «идеаль» тип атаны. Әле республика вәкилдәре 14 мәрәй менән турнир таблицаһының 17-се баҫҡысын биләй. Киләһе турҙы баш ҡала футболсылары йәнә «Нефтсе» стадионында үткәрә. 2 ноябрҙә Өфөгә Яр Саллының «КамАЗ» клубы ҡунаҡҡа килә.