Башҡортостан ҡышҡы туристик миҙгелгә әҙер

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 тау саңғыһы үҙәге эшләйәсәк. Уларҙа төрлө ҡатмарлыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы 60 трасса була. Тау саңғыһы үҙәктәрендә техник хеҙмәтләндереү булған, бер нисәүһендә яңы трассалар асылырға тейеш.