Уны ойоштороуға биш йыл тулды. Был турала бөгөн хөкүмәттә белдерелде. Өфөләге үҙәк 2019 йылда булдырылды. Тәүге этапта ул 12 ойошма эшен берләштерҙе, әле уларҙың һаны 42-гә етте. Бында 6 федераль проект һәм 20-нән ашыу мәғариф программаһы ғәмәлгә ашырыла. Биш йылда ғалимдар 2 мең 300 патент алған, 471 технология сәнәғәттә ҡулланыла башлаған.