Башҡортостан халҡы яңы банкнота символдары өсөн тауыш бирә ала

Уҙған йыл  купюралағы һүрәттәр  йәмәғәттә ризаһыҙлыҡ тыуҙырыу сәбәпле, яңыртылған  мең һумлыҡтарҙы баҫтырыу туҡтатып торолдо.  Ҡағыҙ аҡса Волга буйы федераль округына арнала, Түбәнге Новгород төшөрөлгән бите үҙгәрешһеҙ ҡала, икенсе яғы буйынса ғына тауыш биреү ойошторола,  тип белдерәләр Үҙәк банктан. Иң күп тауыш йыйған обьекттарҙы Рәсәй Банкы һәм Гознак рәссамдары яңы банкнотала  файҙаланасаҡ.