Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә күперҙе ябыу менән бәйле проблеманы тиҙ арала хәл итергә ҡушты


Шаҡша күпере, госпиталдәргә ирекмәндәр, яңы башлыҡтар. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһе яңылыҡтарға, бойороҡтарға бай булды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары, туристик миҙгел, уҡыу йорттарына ҡабул итеү һөҙәмтәләренән тыш башҡа мөһим темалар ҙа ҡаралды. Улар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Социаль селтәрҙәрҙән, мөрәжәғәттәрҙән күренеүенсә, әлеге ваҡытта халыҡты борсоған төп проблемаларҙың береһе - Шаҡша күпере ябылыуы. Мәғлүм булыуынса, ул 24 ноябрҙә генә файҙаланыуға тапшырыла. Радий Хәбиров күперҙе ябыу менән бәйле проблеманы тиҙ арала хәл итергә ҡушты.

Әбйәлил районының Гусев-Айғырбатҡан йүнәлешендә лә юл төҙөкләндереү көтөлә. Был төбәктәге иң әһәмиәтле трассаларҙың береһе.

Тимер юл транспорты менән файҙаланыусыларҙы яңы рейс көтә, 15 декабрҙән Мәскәүгә тиҙ йөрөшлө поезда барырға мөмкин. Республика башлығы Айғыр кеүек туристар күп йөрөгән маршруттарға электричкаларҙы алдан уҡ хәстәрләргә ҡушты.

Махсус хәрби операция зонаһына ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө юлланырға ниәтләй. Улар госпиталдәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәренә яралы яугирҙарҙы тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Был тәҡдимде Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко индерҙе.

Республика башлығы Мәғариф министрлығына эшсе кадрҙар әҙерләү буйынса предприятиелар етәкселәре менән берлектә эшләү бурысын йөкмәтте. Һөҙөмтә шул ваҡытта ғына буласаҡ.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ туристик миҙгел, уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы һөҙөмтәләре, махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.

Рәмзиә Кәримова